Ильфак Смаков Дуҫтарыңды онотма

Исполнитель: Ильфак Смаков Длительность: 04:48 Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Ильфак Смаков — Дуҫтарыңды онотма"

Ҡош балаһы ҡанат менән тыуа,
Һауаларға менеп юғала.
Кешеләр ҙә ҡош балаһы кеүек,
Үҙ яҙмышын эҙләп юл ала.

Тормош юлдары ҡатмарлы —
Бер яңғыҙың юл үтмә,
Йөрәк ҡанаты булырҙай
Дуҫтарыңды онотма.

Орлоҡтарҙан гөлдәр тыуһын өсөн, Сәскәләргә сәскә өндәшә.
Кешеләр ҙә гөлсәскәләр кеүек,
Бер - берhенә бәхет өлөшә.

Төрлө яҡҡа китер юлдарыбыҙ,
Онотмайыҡ йәшлек йылдарын,
Йыраҡ йылдар аша хәтерләйек,
Ошо һаубуллашыу йырҙарын.

Еще песни Ильфак Смаков

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)