Гөлназ Асаева hөйөү миҙгеле

Исполнитель: Гөлназ Асаева Длительность: 04:20 Размер: 6.72 МБ Качество: 192 kbit/sec Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Гөлназ Асаева — hөйөү миҙгеле"

❤hөйөү миҙгеле❤

Тәбиғәттең төрлө,
Төрлө көнө була.
Ямғыр яуа, болотто ҡаплай.
Тик беҙҙең арала
Бергә булғандарҙы
Күге аяҙ, ҡояшы балҡый.

Ваҡыттар, ваҡыттар
Уҙһа ла туҡтамай.
Мәңге беҙҙең һөйөү миҙгеле.
Яратам, яратам -
Тип ҡабатлауҙарың,
Яратыу арттырған шикелле.

Тормоштар диңгеҙҙәй.
Тулҡыны тулҡынға
Алмаша ла, һыуҙары шаулай.
Беҙҙең елкәнебеҙ
Иҫкән ел көйөнә
Йырлап аға, һис тә һынатмай.

"Яратам",- тиһәң һин,
Донъяның йәмдәре
Яңы асылғандай тойола.
Өлөшөмә бүлеп
Бәхет биргәнеңә
Рәхмәтлемен һиңә, йә, Аллам.

Еще песни Гөлназ Асаева

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)