Айҙар Ғәлимов Һин минең йәнемдең яртыһы

Исполнитель: Айҙар Ғәлимов Длительность: 03:30 Размер: 3.22 МБ Качество: 128 kbit/sec Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Айҙар Ғәлимов — Һин минең йәнемдең яртыһы"

Һин минең йәнемдең яртыһы

1. Һин – минең йәнемдең яртыһы,
Йәшәйһең йөрәгем түрендә,
Нур һибеп бараһың юлыма
Балҡыйһың күңелем күгендә.

Ҡушымта:
Мин һине ғүмерем буйына
Ышыҡлап барырмын елдәрҙән.
Өҙөлһә бараһы юлдарың –
Үрермен мин күпер гөлдәрҙән.

2. Беҙ икәү – айырылмаҫ пар ҡанат
Бер кем дә керә алмаҫ араға.
Хәсрәтте бүлербеҙ икегә,
Сит – яттар тоҙ һалһа яраға.

3. Донъя был... Бармай ул гел тигеҙ,
Шатлыҡ бар тормошта, ҡайғы бар.
Ал ҡояш булып мин балҡырмын,
Күгеңде ҡаплаһа болоттар.

Еще песни Айҙар Ғәлимов

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)