Нәзифә Ҡадырова Һағыныу йыры

Исполнитель: Нәзифә Ҡадырова Длительность: 02:29 Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Нәзифә Ҡадырова — Һағыныу йыры"

Роберт Ғәзиов көйө
Сафуан Әлибаев шиғыры

Ашығып үтһә лә көндәрем,
Оҙон шул, бик оҙон төндәрем.
Киттең һин, һин киттең алыҫҡа,
Әйләндең тик өмөт һағышҡа.

Был ғүмер — туҡтамай аҡҡан һыу,
Ағымда — яңғыҙың яманһыу.
Ҡайт инде, тиҙ килер тағы ҡыш,
Оса алмаҫ йыраҡҡа яңғыҙ ҡош.

Алда да гел барһа эштәрем,
Бөткәндәй ҡай ваҡыт көстәрем.
Хат яҙам, ут янам кистәрен,
Хаттарга һыймаҫ шул хистәрем.

Был ғүмер — туҡтамай аҡҡан һыу,
Ағымда — яңғыҙың яманһыу.
Ҡайт инде, тиҙ килер тағы ҡыш,
Оса алмаҫ йыраҡҡа яңғыҙ ҡош.

Уйланмаҫ саҡта ла уйланам,
Өҙөлмәҫ моң булып моңланам,
Киттең һин, һин киттең алыҫҡа,
Әйләндең тик өмөт һағышҡа.

Был ғүмер — туҡтамай аҡҡан һыу,
Ағымда — яңғыҙың яманһыу.
Ҡайт инде, тиҙ килер тағы ҡыш,
Оса алмаҫ йыраҡҡа яңғыҙ ҡош.

Еще песни Нәзифә Ҡадырова

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)