МС БАШ Һине һағынғанда (2015)

Исполнитель: МС БАШ Длительность: 04:21 Размер: 7.98 МБ Качество: 256 kbit/sec Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "МС БАШ — Һине һағынғанда (2015)"

Һинең һәр һүҙең, ҡағылыуың тылсым,
Һиңә ғашиҡ булам һәр иртә, ысын!
Тормошома йәм биреүсе һин мөғжизәле йырсым,
Мәңгелеккә минеке генә йәнкәйем булсы.
Ҡараңғы "Донъямды" һин балҡытҡан Ай,
Йәшермә йөҙөң, оялма, йәле йылмай,
Һинһеҙ тормошом күҙ алдына килтереп булмай,
Ваҡыт та ҡыумай, илһам да тыумай.
Сәстәр-сәскә бәйләнһендәр,
Хистәр сәскәгә әйләнһендәр,
Хыялым, тик һине яратам.
Күҙҙәреңә мин ҡарап туя алмам,
Бәхетемдең мин сиген тоя алмам
Йәнкәйем, тик һине яратам

Һине һағынғанда-йөрәк нисек түҙәр,
Айырһа ла алыҫ ерҙәр,
Ышанам һөйгәндәр бушҡа килмәй ергә
Беҙҙең хистәр-көслө һәм мәңгегә

Матур кис, һин миңә бүләк иттең,
Матур хис тыуҙырып йөрәгемде иреттең.
Йәш егеттән, әйтерһең, һынмаҫ көслө ир иттең,
Һүҙһеҙ генә аңла хистәрем, һыйынғанда бир битең.
Һағынам,- янымда булһаң да,
Йырҙарымды йырлайым,- күңел тойғоларға тулғанда.
Ҡарашың һинең эйә ниндәй ҙур көскә,
Ҡарайым кәләшкә кеүек тә, ҡарайым кеүек бәпескә!
Күҙҙәргә күҙҙәр ҡараһын мәңге,
Ҡулдарға ҡулдар тотонһон мәңге,-
Бергә булырға яҙһын мәңгегә.
Тойғоларҙа иҫереп икәүләп,
Бәхетте лә кисереп икәүләп,
Үтәйек тормош юлын бергәләп.

Еще песни МС БАШ

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)