Филүс Гәрәев Белорет-Шишмә юлы

Исполнитель: Филүс Гәрәев Длительность: 02:58 Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Филүс Гәрәев — Белорет-Шишмә юлы"

Муса Сиражи шиғыры

Киңлектәрҙе айҡап-байҡап,
Талпына бөркөт үрҙә.
Шул бөркөттәй ярһыу йәшлек
Ҡанатын йәйә ерҙә.

Урман яра, тау аҡтара
Йәштәрҙең көслө ҡулы.
Ҡалаларҙы тоташтыра (Йөрәктәрҙе ҡауыштыра),
Белорет – Шишмә юлы,
Белорет – Шишмә юлы.

Крандарға көндөҙ ҡояш,
Кисен йондоҙ, ай ҡуна.
Төнгө уттар әүерелә
Алһыу таңға яй ғына...

Урман яра, тау аҡтара
Йәштәрҙең көслө ҡулы.
Ҡалаларҙы тоташтыра (Йөрәктәрҙе ҡауыштыра),
Белорет – Шишмә юлы,
Белорет – Шишмә юлы.

Ут кеүектәр ир-егеттәр,
Ҡыйыуҙар бында ҡыҙҙар.
Күҙҙәрендә уйнай нурҙар,
Яңғырай дәртле йырҙар.

Урман яра, тау аҡтара
Йәштәрҙең көслө ҡулы.
Ҡалаларҙы тоташтыра (Йөрәктәрҙе ҡауыштыра),
Белорет – Шишмә юлы,
Белорет – Шишмә юлы.

Еще песни Филүс Гәрәев

0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)