Азат Искужин һәм Гөлфиә Хәләфетдинова Парлылар йыры

Исполнитель: Азат Искужин һәм Гөлфиә Хәләфетдинова Длительность: 03:54 Размер: 8.95 МБ Качество: 320 kbit/sec Формат: mp3
Ну как песня, понравилась? Поделись с друзьями!

Текст песни "Азат Искужин һәм Гөлфиә Хәләфетдинова — Парлылар йыры"

ПАРЛЫЛАР ЙЫРЫ

Азат Исҡужин көйө
Мотал Рәмов шиғыры

Бәхет икән тормош юлын
Парлап үтеүе,
Етәкләшеп, ҡартлыҡтарға
Килеп етеүе.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Киләсәккә өмөт биреп,
Үҫә балалар.
Ҡыуанырбыҙ, беҙгә улар
Терәк булһалар.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Тик күгебеҙ аяҙ торһон,
Булмаһын һуғыш!
Йөрәккә ҡан һауҙырмаһын
Әрнеүле һағыш!

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Айҙар-йылдар артта ҡалыр,
Үҙгәрер заман.
Бары икәү бергә-бергә
Ҡалырбыҙ һаман.

Һиңә ашҡынам.
Һиңә ҡул һуҙам.
Яндарымда һин булғанда
Мин һис юғалмам!

Скачать Азат Искужин һәм Гөлфиә Хәләфетдинова - Парлылар йыры №94892853

Информация
Похожие песни не найдены.
0:00 0:00

Заголовок проигрывателя Подзаголовок проигрывателя

(режим воспроизведения)